

Шунан һуң Президент тәҡдиме менән Өфөлә спорт гимнастикаһы үҙәге төҙөлдө. Кисә уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй спорт гимнастикаһы федерацияһының вице-президенты, ике тапҡыр олимпия чемпионкаһы Светлана Хоркина ла ҡатнашты. Яңы спорт үҙәгендә бөтә уңайлыҡтар булдырылған: махсуслаштырылған гимнастика залы, күнекмәләр өсөн майҙансыҡтар, хореография залы, матбуғат үҙәге, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, медицина кабинеты… Бында бер юлы 700 спортсы шөғөлләнә ала.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Өфөнөң 450 йыллығына, йәғни 2024 йылға баш ҡалала көрәш, фехтование үҙәктәре, ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексы төҙөләсәк.