+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
16 Апреля 2022, 13:45

Ҡотлайбыҙ!

Күптән түгел Өфө ҡалаһы Дим районының 123-сө лицейында ҡала уҡыу йорттары уҡыусылары араһында "Гагарин уҡыуҙары" тигән фәнни-ғәмәли конференция булды.

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Конференцияла 119-сы мәктәптең I синыф уҡыусылары ла ҡатнашҡан. Арыҫлан Хакмедов  "Йыһан серҙәре" исемле фәнни эше менән бик уңышлы сығыш яһап, II урын алған. Уның синыфташы Анатолий Бочкарёв "Мин асыш яһайым" тигән эше хаҡында һөйләгән.  Жюри ағзалары  Анатолийҙың ижадын  да юғары баһалап, уға ла  призлы урын  биргән. Афариндар!

Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Сәриә Фазулла ҡыҙы Ишкинина үҙенең уҡыусылары менән бик ҡәнәғәт.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас