+30 °С
Облачно
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
27 Апреля 2022, 10:36

Премияларға һалым булмаясаҡ

26 апрелдә республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указ олимпиада еңеүселәрен ҡыуандырҙы. Ни өсөнмө?

Башҡортостан Республикаһы Башлығының уҡыусыларҙың интеллектуаль үҫешенә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй олимпиадалары, төбәк-ара ярыштар, конкурстар еңеүселәренә һәм уларҙың етәкселәренә бирелгән премияларға һалым һалынмаясаҡ.

Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһенә һәм уны әҙерләүсе педагогик хеҙмәткәргә — 100-әр мең, призёрҙарға һәм етәкселәренә иһә 60-ар мең күләмендә премия түләнә.

Фото: avroracenter.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас