+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Алтынай»ҙар һәр саҡ алда!

Ишембайҙағы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге бейеү коллективтары еңеү артынан еңеү яулауҙары менән ҡыуандыра.

Күптән түгел Салауат ҡалаһында уҙған «Бейеүле ямғыр» республика конкурс-фестивалендә 150-ләп бейеү ансамблдәре араһында халыҡ бейеүҙәре номинацияһында «Алтынай» өлгөлө бейеү коллективы Гран-при яулаһа, етәкселәре Артур Рим улы «Иң шәп бейеү ҡуйыусы» дипломы менән бүләкләнде.

Был ғына түгел, яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Ижадсылар һәм таланттар» Бөтә Рәсәй бейеү конкурсында ла бик уңышлы сығыш яһаны улар. Мәртәбәле ярышта «Аҡбуҙат» балалар бейеү коллективы «Дуҫлыҡ» бейеүе менән 2-се дәрәжә лауреаттары исеменә лайыҡ булһа, «Алтынай»ҙар «Бөркөтостан-Гөлбостан», «Казачья воля» бейеүҙәре менән барыһын хайран итте һәм унда ҡатнашыусы 50-гә яҡын коллектив араһында Гран-при эйәһе булды! Халыҡ мираҫын һаҡлағандары һәм ошондай оҫта бейеүселәр тәрбиәләгәне өсөн етәкселәренә Рәхмәт хаты тапшырылды.

Афарин, «Алтынай»ҙар! Афарин, Артур Рим улы! Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ ижади уңыштар һәм яңынан-яңы бейеклектәр теләйбеҙ һеҙгә!

Фирүзә ИЛЬЯСОВА.

Сығанаҡ: toratau.ru Фото: rbsmi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: