+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла һәләтле балалар өсөн слёт үткәрелгән.

Унда райондың төрлө мәктәптәренән республика кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, яттан шиғыр һөйләү конкурстарында, Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаларында еңеүселәр, республика, Рәсәй беренселегенә үткәрелгән спорт ярыштарында (көрәш) еңеү яулаған спортсылар ҡатнашҡан. Беҙҙең гәзит менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән дуҫыбыҙ, Төрөмбәт мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гөлфинур Рәүеф ҡыҙы Ильясованың уҡыусылары ла бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанған. Бына улар: Камилла Йәрмөхәмәтова (IV синыф) «Назаров уҡыуҙары”нда I урын алһа, «Фәнгә тәүге аҙымдар» бәйгеһендә III урын уныҡы булған. Фирүзә Ильясова (IV синыф) «Назаров уҡыуҙары"нда — III урын, ә «Халҡым өсөн» Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса республика конкурсында I урын яулаған. Рүзилә Насретдинова (IV синыф) «Фәнгә тәүге аҙымдар» фәнни-ғәмәли конференцияһында III урын яулаһа, Эльмира Вәлиева (III синыф) «Фәнгә аҙымдар» конференцияһында, «Халҡым өсөн» Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса республика конкурсында II урын алған. Тағы ла башҡорт теленән олимпиадала I урын алып ҡыуанған.

Дим Ғәлимов — көрәш буйынса быйыл 3 тапҡыр чемпион, физкультуранан Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиада призёры. Арыҫлан Исхаҡов — Рәсәй беренселегендә чемпион (тренеры — Б. М. Ильясов).

Шулай уҡ Әҙилә Вәлиева (VIII синыф) — Юрий Гагарин кубогына башҡорт теленән олимпиада призёры. Ангелина Ибраҡова (VII синыф) «Кейекбаев уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференция призёры булған (етәкселәре — Г. Р. Ильясова). Тағы ла «Халҡым өсөн» Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса республика конкурсында III урын алған (етәксеһе — Л. А. Әхмәтшина).

Лиана Иҙрисова республика кимәлендәге шиғыр һөйләү конкурстары призёры исемен яулаған (етәксеһе — Л. А. Әхмәтшина).

Ҡалай маладистар! Артабан да уңыштарығыҙ күп булһын!

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: