+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусыларым ҡыуандыра, – ти Әлфиә Бәхтийәр ҡыҙы

Әбйәлил районы Байым мәктәбе уҡыусыларын маҡтағандан-маҡтағы килә.

X синыф уҡыусыһы Гөлфиә Хәлилова Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса район этабында еңеүсе булып, республика олимпиадаһында еңеү яулаған. Был уҡыу йылы Гөлфиә өсөн бигерәк уңышлы булған икән: ул Өфөлә үткән төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала ла призёрҙар иҫәбенә ингән. Шулай уҡ ошо белем усағынан VIII синыф уҡыусыһы Әлфиә Сәйетғәлина лә һынатмаған. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһында еңеүсеһе булһа, Юрий Гагарин кубогының район этабында еңеп, республика олимпиадаһында призёр тип танылған. Афариндар! Әлбиттә, был тырыш ҡыҙҙарҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Әлфиә Бәхтийәр ҡыҙы Абдрафиҡова ла маҡтауға лайыҡ.

Артабан да уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, ҡыҙҙар!

Фото: vk.com

Уҡыусыларым ҡыуандыра, – ти Әлфиә Бәхтийәр ҡыҙы
Уҡыусыларым ҡыуандыра, – ти Әлфиә Бәхтийәр ҡыҙы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: