-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Йондоҙҙар парады»

Йәйге каникулға ла аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Белем усаҡтары быйылғы уҡыу йылын йомғаҡлап, «Йондоҙҙар парады» тип аталған бик матур кисәләр ойоштора.

Республика инженер интернат-лицейында ла уҙҙы шундай байрам. Өфө дәүләт нефть-техник университетының Йәштәр һарайына уҡыу­сылар, атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар һәм абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Тантананы лицей директоры Азамат Шамил улы Ямғурсин асты. Был белем усағынан иң һәләтле алты уҡыу­сы – Александр Зиновьев, Артём Мин­ғәзев, Вадим Харисов, Диана Аллабирҙина, Тимур Муллағәлин һәм Искәндәр Ғәйнуллин ошо уҡыу йылында республика Башлығы стипендиаты булғайны. Уларға дипломдар тапшырылды.
Өфө дәүләт нефть-техник университетының проректоры Александр Могучев уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк һәм йомғаҡлау этабы, федераль исемлеккә ингән башҡа бәйге еңеүселәрен тәбрикләп, үҙҙәренә уҡырға инергә саҡырҙы. XI синыфты тамамлаусы олимпиада еңеүселәре Тимур Муллағәлин, Искәндәр Хисаметдинов, Оскар Хәлитов, Искәндәр Ғәйнуллин, Илназ Ғәлләмов, Рәмилә Әхмәтоваларға ӨДНТУ-ға һынауһыҙ уҡырға инеү һәм I курста айына 80 мең һум күләмендә стипендия алыу хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырҙы.
Тантанаға саҡырылған фән һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре «Лицей ғорурлығы», «Уҡыу алдынғылары», «Йыл асышы», «Белемдә – көс» һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәрҙе ҡотлап, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр таратты. Шулай уҡ лицей хеҙмәткәрҙәре лә төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
«Йондоҙҙар парады»на Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы, данлыҡлы педагог Лиза Әғәҙуллина ла килгәйне. Ғорурлыҡ менән быйылғы 57-се олимпиада миҙгеленең уңышлы тамамланыуы тураһында һөйләне. Әйткәндәй, уның элекке уҡыусылары – хәҙер химия фәндәре кандидаттары Айнур Мансур улы Ғүмәров менән Айһылыу Фәнил ҡыҙы Исламова үҙҙәре олимпиада еңеүселәрен әҙерләй.
– Балалар, Тыуған илде яратығыҙ, һеҙҙең һәр берегеҙ уның бер өлөшө икәнлеген хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Бар һөйөүен, көсөн, ваҡытын һеҙгә бағышлаған уҡытыусыларығыҙҙы бер ҡасан да онотмағыҙ! – тине Лиза Ҡыям ҡыҙы балаларға ҡотлау телмәрендә.


Э. РӘШИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

"Йондоҙҙар парады"
"Йондоҙҙар парады"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: