+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ғафуриҙа — иҫтәлекле сара

Ғафури районы Красноусол башҡорт интернат-гимназияһында райондың Сәсәндәр мәктәбе тарафынан башҡорт телен үҫтереү, балалар араһынан ижадсылар эҙләү буйынса үткәрелгән «Ижад бәйгеһе»нең бүләкләү тантанаһы үткән.

Ғафуриҙа – иҫтәлекле сара
Ғафуриҙа – иҫтәлекле сара

Был бәйге район уҡыусылары араһында дүртенсе йыл үткәрелә. Балалар теләп ҡатнаша.  Йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта. Быйыл барлығы 90 уҡыусы ҡатнашҡан. Әлбиттә, уларҙың иң күбеһе гимназия уҡыусылары араһынан инде.

2019 йылғы балалар ижадын Алтынбикә сәсәниә китап итеп сығарып, һәр ижадсыға бүләк иткән. Тағы ла ошо бәйгеләге балалар ижадын китап итеп сығарып булһын ине, тип теләй ул.

Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина йәш ижадсыларҙы ла, уларҙы әйҙәп торған уҡытыусылар һәм тәрбиәселәрен дә Дипломдар, Рәхмәт хаттары һәм үҙенең китаптары, шулай уҡ сәсән Ғ. Ғайсиндың китаптары менән бүләкләгән.

Бик хуп! Бына шулай матур изге эштәр башҡарыла Ғафури районында.

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Ғафуриҙа – иҫтәлекле сара
Ғафуриҙа – иҫтәлекле сара
Ғафуриҙа – иҫтәлекле сара
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: