+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ғорурланабыҙ!

1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығына арналып, Өфө ҡалаһында уҙған  «Төньяҡ амурҙары — ата-бабаларым» 5-се республика фәнни-тикшеренеү конкурсында Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Искәндәр Шаймарҙанов Гран-при яуланы. Был хаҡта Гөлдәр Кинйәбаева бына нимәләр яҙ

«Башҡорт яугирҙары — Төньяҡ амурҙарына арналған был конкурста 36 райондан 136 ҡатнашыусы булған. Ғафури районының данын Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының XI синыф уҡыусылары Регина Хажиәхмәтова менән Искәндәр Шаймарҙанов яҡланы.

Фәнни-тикшеренеү эше Красноусолда сик һағы ветерандары башланғысы менән Төньяҡ амурҙарға һәйкәл төҙөлөү тарихына арналды. Рәсәй армияһының легендар башҡорт яугирҙары яуҙа батырлыҡ, илһөйәрлек күрһәткән. Конкурс барышында Төньяҡ амурҙары заманындағына оҡшатып тегелгән кейемдәр, ҡорал — уҡ, йәйә, ҡылыс, һөңгө, ҡалҡан күрһәтелгән.

Һөҙөмтәлә, Искәндәр Шаймарҙанов Гран-при яуланы. Етәксеһе — гимназия уҡытыусыһы Гөлшат Миңлеғәле ҡыҙы Шаймарҙанова. Еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!»

Фото: shonkar.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: