+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өфөгә сәйәхәт

Йәйге каникул башланыр алдынан Әлшәй районы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының V «В» синыфы уҡыусылары уҡытыусылары менән баш ҡалабыҙға сәйәхәт итеп ҡайтты.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар Өфөнөң төрлө иҫтәлекле урындарын күреп ҡыуанды. Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы, Софьюшка аллеяһы,  Салауат Юлаев баҡсаһы, Еңеү паркында булғандан һуң опера һәм балет театрына барып, «Көлһылыу» спектаклен ҡаранылар.

Йәйҙе матур тәьҫораттар менән ҡаршы алған бишенселәрҙең каникулдары ла күңелле үтер, сағыу ваҡиғаларға бай булыр, тип ышанғы килә.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Өфөгә сәйәхәт
Өфөгә сәйәхәт
Өфөгә сәйәхәт
Өфөгә сәйәхәт
Өфөгә сәйәхәт
Өфөгә сәйәхәт
Өфөгә сәйәхәт
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: