+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яҡшы кәйеф менән - каникулға!

Өфөләге 34-се мәктәптең V "А" һәм III "В" синыфы уҡыусылары уҡыу йылын бик күңелле тамамланы. Уҡытыусылары Гөлсәсәк Рәил ҡыҙы Йомағолова, Альбина Рәил ҡыҙы Марҙанова, Элида Вәхит ҡыҙы Йәнбулатова һәм атай-әсәйҙәре менән берлектә баш ҡаланың Башҡортостан урмансылары исемендәге урман паркына туристик походҡа барҙылар.

Яҡшы кәйеф менән - каникулға!
Яҡшы кәйеф менән - каникулға!

Тәбиғәт ҡосағында ял итеүгә бер нимә лә етмәй инде ул! Ҡыҙҙар һәм малайҙар саф һауала рәхәтләнеп уйнап кинәнде. Спорт ярыштары ла ойошторҙолар, сәскә йыйҙылар, ата-әсәлере шешлек ҡыҙҙырып, һыйлы табын да ҡорҙо. Бер нисә сәғәткә һуҙылған күңелле ялдан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Ә алда уҡыусыларҙы тағы ла күңеллерәк, мауыҡтырғыс каникул көтә. Уны яҡшы кәйеф менән ҡаршы алғас,ялдары мотлаҡ шәп үтер әле!

 

Яҡшы кәйеф менән - каникулға!
Яҡшы кәйеф менән - каникулға!
Яҡшы кәйеф менән - каникулға!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: