+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һабантуй күңелле үтте!

Бөгөн Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы балаларҙың шат тауышынан гөрләп торҙо. Унда «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре балалар һабантуйы уҙғарҙы.

Һабантуй күңелле үтте!
Һабантуй күңелле үтте!

Байрам көнөндә шулай уҡ белем усағында «Ҡурай» көндөҙгө йәйге лагер ҙа асылды.

Ниндәй һабантуй уйын-көлкөһөҙ, йыр-моңһоҙ, спорт ярыштарһыҙ булһын инде?! Гимназистар өсөн дә күңелле программа әҙерләнгәйне. Ҡыҙҙар һәм малайҙар тоҡ кейеп тә йүгерҙе, арҡан да тартышты, көршәк тә ватты. Мауыҡтырғыс квест та үттеләр. «Юлдаш тауышы» майҙансығы үҙенә һәләтле балаларҙы йыйҙы. һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтеп ҡалырға тырышты. Иң оҫта шахматсы менән шашкасыны ла билдәләнеләр. Балалар флешмобта ла ҡатнашты, аквагрим да эшләнеләр.

«Тамыр» студияһы йондоҙҙары матур, сағыу йыр-бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Гимназистар ҙа концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

Балаларға был күңелле ял сәғәттәрен «Вәт шәп кис» йәштәр проекты ди-джейҙары Айбулат Сисәнбаев, Венер Фәйзуллин һәм Илнур Рамаҙанов бүләк итте. Сара аҙағында балалар төрлө ярыштарҙа йыйған мәрәйҙәрен бүләктәргә алыштырып һөйөндө.

Һабантуй күңелле үтте!
Һабантуй күңелле үтте!
Һабантуй күңелле үтте!
Һабантуй күңелле үтте!
Һабантуй күңелле үтте!
Һабантуй күңелле үтте!
Һабантуй күңелле үтте!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: