+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙә — әфлисунлы йәй!

Кемдә нисек, ә беҙҙә әфлисунлы йәй, Әфлисунлы кәйеф көнө!

Бөгөн, йәйҙең тәүге көнө, ул ғына ла түгел, матур байрам — Халыҡ — ара балаларҙы яҡлау көнө. Был иҫтәлекле көндә Аҡъярҙың ял һәм мәҙәниәт паркында китапханасылар «Алда — 90 көн ЙӘЙ!» исемле Әфлисунлы кәйеф көнөн ойошторҙо.
Был сара #ЧитайНеОдин ирекмәндәр проекттарының республика конкурсында ҡатнашып, иң яҡшылар исемлегенә ингән үҙәк китапхананың «Асыҡ уҡыу донъяһы» проекты сиктәрендә үтә.
Сағыу байрамда Аҡъяр ауылының 2-се  мәктәбе янында ойошторолған профилле балалар лагерында ял итеүселәр ҡатнашты. Оҙайлы уҡыу йылын уңышлы тамамлаған, йәйҙе һағынған балалар төрлө–төрлө уйындар, ярыштар, бәйгеләрҙә рәхәтләнеп уйнаны, көс һынашты.
Артабан алып барыусылар балаларҙы бейеү флешмобына саҡырҙы. Ике йөҙгә яҡын ҡатнашыусы майҙан тултырып, бейеү түңәрәгендә әйләнде.
Был көн әфлисунлы кәйеф тип юҡҡа ғына аталманы, байрам аҙағында балаларға яҡшы кәйеф теләп, әфлисундар таратылды.
Йыр-бейеүҙәр, уйын-ярыштар менән һуғарылған сара юғары кимәлдә үтте.

Сәлимә БАЙГИЛДИНА.

Хәйбулла районы.

Беҙҙә - әфлисунлы йәй!
Беҙҙә - әфлисунлы йәй!
Беҙҙә - әфлисунлы йәй!
Беҙҙә - әфлисунлы йәй!
Беҙҙә - әфлисунлы йәй!
Беҙҙә - әфлисунлы йәй!
Беҙҙә - әфлисунлы йәй!
Беҙҙә - әфлисунлы йәй!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: