+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ура-а-а, каникул!

Әбйәлил районының Рауил мәктәбе уҡыусылары йәйҙең тәүге көнөндә тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡты.

Уйын яланы уҡыусыларҙың шау-шыулы күңелле тауыштарынан һәм йыр моңонан яңғырап торҙо. Балалар ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та йүгерҙе, уҡтан атып та ярышты, күҙҙәре бәйләнгән килеш көршәк тә йыҡты. Һикергес менән йүгереү, таяҡ менән «ат сабышы» кеүек уйындарҙа ла ихлас ҡатнаштылар. Ә иң-иңдәре күстәнәстәр алып ҡыуанды.

Уйнап арыған балалар һыйлы табын артына йыйылды. Һөйләшә-көлөшә рәхәтләнеп сәй эстеләр.

Байрам һуңында уҡыу йылын йомғаҡлау линейкаһы ла ойошторолдо. Унда һәр бер синыфҡа һәм уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Уҡыусылар: «Ура-а-а-, каникул! Һаумы, йәй!» — тип берҙәм ҡысҡырғандан һуң өйҙәренә таралышты.


Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Әбйәлил районы, Рауил мәктәбе.

Ура-а-а, каникул!
Ура-а-а, каникул!
Ура-а-а, каникул!
Ура-а-а, каникул!
Ура-а-а, каникул!
Ура-а-а, каникул!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: