+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Йәш хәбәрселәребеҙ янында

Гәзит уҡыусылары менән көслө. Беҙ ҙә «Йәншишмә»нең дуҫтары күп булыуын теләйбеҙ. Гәзиткә әүҙем яҙышҡан, редакция үткәргән һәр бәйгелә ҡатнаш­ҡан ҡыҙҙар, малайҙарға «Йәш хәбәрсе» исеме бирәбеҙ. Ә иң-иңдәргә йыл да Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премиябыҙҙы тапшырабыҙ.

Йәш хәбәрселәребеҙ янындаЙәш хәбәрселәребеҙ янында
Йәш хәбәрселәребеҙ янында

Бына әле яңыраҡ Бөрйән районы Байназар мәктәбендәге йәш хәбәрселәребеҙ менән осрашып ҡайттыҡ. Көтөп алдылар, сөнки яндарында күптән булғаныбыҙ юҡ ине. Был мәктәптә «Ҡаурый ҡәләм» тигән әҙәби түңәрәк эшләй. Етәкселәре – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова.
– Ныҡ ҡыуандырҙығыҙ: бер түгел, өс уҡыусыбыҙ «Йәншишмә»нең «Йәш хәбәрсеһе» исемен алды! Рәхмәт инде, – тип ҡаршыланы ул беҙҙе.
Вәсилә Әйүпова менән Әлфинә Мос­тафинаның да йөҙө ҡояштай балҡый ине. Тик бына Азамат Ҡарағоловты ғына күреп булманы. Ул Шүлгәнташҡа турслётҡа киткәйне. Шуға ла «Йәш хәбәрсе» танытмаһын Вәсилә менән Әлфинәгә генә тапшыра алдыҡ.
– Азаматты бүләге менән һуңғараҡ үҙебеҙ ҡотларбыҙ, – тигәйне Рәсимә Рауил ҡыҙы. Тантаналы рәүештә тапшырғандар, фотоһын ебәрҙеләр.
Бер мәктәптән өс йәш хәбәрсе! Әйткәндәй, Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премиябыҙға ла был белем усағынан өс кеше – Лилиә Ҡаһарманова, Зәлиә Алтынбаева, Сәлимә Дәүләтшина лайыҡ булғайны. Байназарҙарҙы маҡтағандан маҡтағы килә. Күптәргә өлгө күрһәтәләр бит.
Быйыл Әлфинә Мостафина – VI, Азамат Ҡарағолов – VIII, ә Вәсилә Әйүпова IX синыфты тамамланы. Йәйҙе яҡшы кәйеф менән ҡаршылаған улар. Каникулда ял итеп кенә ҡалмай, редакцияға матур-матур мәҡәләләр ебәрергә, «Йәншишмә» үткәргән «Минең өс айым» конкурсында ла ҡатнашырға һүҙ бирҙе йәш хәбәрселәребеҙ.

М. ХӘЙБУЛЛИН.

Йәш хәбәрселәребеҙ янында
Йәш хәбәрселәребеҙ янында
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас