

Брәтәк Бөрйән, Белорет, Ишембай райондары сиктәрендә – гүзәл тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан. Ауылыбыҙ ҡаҙан эсендә ултырған кеүек: төрлө яҡтан тауҙар уратып алған. Берәүҙәргә – Бәштин, Әрҙәкле, икенселәргә Кәзәтау, Айыу өңө яҡындыр. Һәр кем үҙ өйөнә яҡын ерҙә еләк, мәтрүшкә йыйып, миндек бәйләп үҫә. Бер ауыл эсендә ике – Нөгөш һәм Брәтәк йылғаларының ағыуы – үҙе бер мөғжизә бит. Ә улар ҡушылған урында – Күкьятыуҙа рәхәтләнеп һыу инәбеҙ.
Шуныһы ла ҡыуаныслы: байрам барышында «Йәшлек» паркында балалар өсөн заманса ҡаласыҡ асылды. Былтыр «Айыҡ ауыл» республика конкурсында III урынға лайыҡ булып, 2 миллион һум аҡса менән бүләкләнгәйне брәтәктәр. Шуны үҫеп килеүсе быуынға ҡаласыҡ булдырыуға тотонғандар.
– Ейәнсәрем Сәлимә менән ейәнем Сәлимде уйын майҙансығынан алып ҡайта алмай этләндек. Нисә йылдар элек, ошо ерҙә парк булыр, тип ҡолаған ағастарҙан, төпhәләрҙән таҙартып йөрөгәйнек, хәҙер бына ниндәй матур ял итеү урынына әйләнде, – ти Наилә апай Хәсәнова.
Балалар майҙансығын тантаналы асыу хоҡуғы ауыл хакимиәте башлығы Ғәни Юлдашев менән ауыл старостаһы Фәнзил Йәғәфәровҡа бирелде.
Байрамға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева, район советы сәркәтибе Хәнифә Вәлиева, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Шәрипов, филология фәндәре кандидаты Зәйтүнә Шәрипова, Рәсәйҙең алдынғы нефтсеһе Әмир Зарипов, Башҡортостандың алдынғы урман хужалығы белгесе Рәмил Әмиров һәм башҡа ҡәҙерле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Йола буйынса уларҙы бауырһаҡ һәм буҙа менән ҡаршы алдылар. Артабан байрам концерты башланды. Ә һәләтлеләр күп ауылда. Уларҙың сығыштарын һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Ауыл уңғандары район хакимиәтенең, ауыл советының Почёт грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
50 йыл бергә йәшәгән матур парҙар – Гөлсөм һәм Рафаэль Рахманғоловтарға, Әлфиә һәм Барый Сафиндарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Шулай уҡ ауылдың иң оло кешеләре 95 йәшлек Ғилмияза инәй Фәхрийәнова менән 92 йәшлек Ғилметдин Ситдиҡов бабай тәбрикләнде. Яңы өйләнешкән парҙар – Илвир Ситдиҡов менән Илнара Аҙнабаева, Азалиә һәм Динар Хөсәйеновтар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Ә Брәтәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлйөҙөм Йәрмөхәмәтова башҡорт матбуғатын пропагандалауҙа, таратыуға индергән өлөшө өсөн «Йәншишмә» гәзитенең Почёт грамотаһын алып һөйөндө.
Ауылдың киләсәге – йәштәр, балалар ҡулында. Брәтәктең иң бәләкәй кешеһе Рамаҙан Йәғәфәров та иғтибар үҙәгендә булды, уға район советы исеменән үҙенән дә ҙур уйынсыҡ машина һәм киләсәктә, 14 йәше тулғас ҡына асып уҡыр, тип иҫтәлекле хат тапшырылды.
«Иң матур тәҙрә ҡапҡасы», «Иң матур ҡойма», «Матур баҡса» кеүек конкурстар ҙа үткәрелде. Үҙ йорттарын сағыу төҫтәргә буяп, ихатаһын күркәм итеп биҙәгән хужалар дәртләндереү бүләгенә эйә булды.
Байрамды балалар һәм өлкәндәр өсөн ойошторолған ҡыҙыҡлы уйындар, сәмле ярыштар дауам итте. Еңеүселәргә бүләктәр таратылды.
Ә ауыл депутаты Фәнүр Сәғәҙәт улы Ситдиҡов ауылдаштарына шәп концерт бүләк итте: яратҡан йырсыбыҙ Ғәзим Ильясов һәм уның ижадташ дуҫтарының сығышын халыҡ көтөп алды һәм яратып ҡараны.
Байрам төнгө башҡортса бейеү кисәһе менән тамамланды.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.