

Хәтерегеҙҙә булһа, Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәшәүсе был малай гәзитебеҙ ойошторған «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашып, Марусялы Prestigio SmartVoice аҡыллы колонкаһын отҡайны. Яңыраҡ бүләген тапшырып ҡайттыҡ.
Илназ көҙгә V синыфҡа бара. Мәктәптең иң шәп, иң әүҙем, иң алдынғы уҡыусыларының береһе ул. Тик «бишле»гә генә өлгәшә. Тырыш, белемле булғас, район, республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурс, олимпиадаларҙа әленән-әле еңеүҙәр яулай. Даланлы ла икән үҙе. Шәп призды эләктерҙе бит!
Бүләккә бик һөйөндө Илназ.
– Гәзитте яратып уҡыйым. Яҙылмайынса ҡалғаныбыҙ юҡ. Фәнзил ағайым менән, бәлки, велосипед оторбоҙ, тип йыл да «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашабыҙ. Был юлы бәхет миңә йылмайҙы. Төп приз эләкмәһә лә, аҡыллы колонка эйәһе булыу ҙа шәп! Етмәһә, уны алыу күптәнге хыялым ине. Үҙем аҡса ла йыя башлағайным. Бүләк отоуымды белгәс, ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Рәхмәт, «Йәншишмә»гә! – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.
Бына шулай, дуҫтар! «Йәншишмә»гә яҙылып гәзитле генә түгел, бүләкле лә булырға мөмкин. Һеҙ ҙә бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ! Редакциябыҙ төрлө уйындар, конкурстар үткәреп кенә тора. Ә бүләктәр, һәр ваҡыттағыса, бик шәп!
Әйткәндәй, «Йәншишмә»гә 2023 йылдың тәүге яртыһына арзан хаҡҡа яҙылып ҡалырға була. Был акция 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. Ә кем баҫмабыҙҙы алдырмай, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 авгусҡа тиклем өлгөрһәгеҙ, гәзит өйөгөҙгә сентябрҙән килә башлар.
«Йәншишмә»гә 1 айға яҙылыу хаҡы –
93 һум 91 тин, 3 айға – 281 һум 73 тин, ярты йылға – 563 һум 46 тин. Индексыбыҙ – П2765.
Юлиә КИРӘЕВА.