

Бәйгелә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар үҙ тыуған яғының тарихын, урындағы үҙидаралыҡҡа ғүмерен бағышлаған арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош юлын өйрәнеп, презентация һәм видеоролик тәҡдим итте.
Конкурс ике этапта үтте. Унда беҙҙең Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәптең X синыф уҡыусылары Ынйы Ғәбдрәхимова менән Мансур Маннанов та ҡатнашҡайны. Республика кимәлендә уңышлы сығыш яһағас, үҙҙәрен Мәскәүгә лә саҡырҙылар.
Приют ҡасабаһының беренсе рәйесе, муниципаль хеҙмәт ветераны Николай Васильевич Яковлев хаҡында әҙерләнгән эҙләнеү эштәре, халыҡ хәтере уҡыусыларға еңеү килтерҙе. Улар – «Амбассадор городского развития» статусына эйә булды.
Уҡыусылар, һеҙ ҙә тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашығыҙ, сөнки тарихты һаҡлау, ватансылыҡ тойғоһо атайсалың тарихын өйрәнеүҙән башлана.
Сәлимә ЗАКИРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп.