

Белем көнө еткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алды Алтынай. Ҡупшы итеп кейенеп, арҡаһына портфелен аҫып, ҡулына матур гөлләмә тотоп, яҡындары менән баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына килделәр. Беренсе уҡытыусыһы Динара Рәжәп ҡыҙы Латипова үҙен ихлас ҡаршы алды, хәҙер Алтынай – I «Б» синыфы уҡыусыһы.
– Ике йыл гимназияға әҙерлек синыфына йөрөгәс, бында бөтә нәмә яҡшы таныш. Ҡайһы бер синыфташтарым менән дуҫлашып та өлгөрҙөм. Уҡый, яҙа, һанай беләм, инглиз телен дә яратып өйрәнәм, – ти Алтынай.
Бик уңған, тырыш, әүҙем, һәләтле ҡыҙ булып үҫеп килә ул. Уҡырға барғансы Өфөләге 75-се «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән. Әсәһенә оҡшап, һүрәтте оҫта төшөрә, пластилиндан төрлө һындар әүәләй, йыр-бейеүгә маһир. Ике йыл буйы «Guzal-Dance», хәҙер иһә «BabyDance» бейеү студияһында шөғөлләнә. Ансамблдәре менән ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, конкурстарҙа еңеүҙәр яуларға ла өлгөргәндәр.
Ҡалала йәшәһәләр ҙә, Алтынайҙың иркен, туған телендә саф башҡортса һөйләшеүе һоҡландырҙы. Был, әлбиттә, тәү сиратта, ғаиләнән, ата-әсә тәрбиәһенән килә. Алина Даян ҡыҙы һәм Илшат Хашим улы Хәлиловтар ҡыҙҙары менән улдарын бәләкәйҙән рухлы, илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтереү өсөн барлыҡ көстәрен, тырышлыҡтарын һала.
– Ҡала мөхитендә үҫкәс, баланың теле боҙолорға ғына тора бит ул. Шуға ла өйҙә тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Алыҫыраҡ булһа ла, ҡыҙыбыҙҙы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына уҡырға бирергә ҡарар иттек. Баланың күңелендә әсә теленә һөйөүҙе бәләкәйҙән уятырға кәрәк, тигән ҡараштабыҙ. Туған телдә балалар өсөн сыҡҡан гәзит-журналдар уҡыйбыҙ, «Тамыр» йондоҙҙарының концерттарына йөрөйбөҙ. Ғөмүмән, башҡорт рухлы сараларҙың береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Башҡорт телендә ойошторолған конкурстарҙа ла ихлас ҡатнашабыҙ, – тип һүҙгә ҡушылды әсәһе Алина Даян ҡыҙы.
Әйткәндәй, ул үҙе лә «Йәншишмә»нең элекке йәш хәбәрсеһе, дуҫы, ҡыҫҡаһы, бар яҡтан да килгән, шәп кеше. Ҡыҙы ла үҙенә оҡшаған. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит. Әле бәләкәй булһа ла, әллә күпме уңыштарға өлгәшкән. Мәҫәлән, 2020 йылда «Мин Өфөнө һүрәтләйем» ҡала конкурсында, «Бишек йыры – халҡым мираҫы», «Шәжәрә» республика бәйгеләрендә еңеүсе булһа, 2021 йылда «Һаумы, һаумы, әкиәт!» республика бәйгеһендә «Яңғыҙ һөйләүселәр» номинацияһында – Гран-при, төбәк-ара этабында I урын яулаған. Быйыл иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Боронғо дөйә» I асыҡ республика һүрәттәр конкурсында ҡатнашып, диплом менән бүләкләнгән.
Ә алда Алтынайҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, ылыҡтырғыс, ғәжәйеп белем донъяһы көтә. Яуланаһы үрҙәр, артылаһы тауҙар, бейеклектәр – барыһы ла тик ҡыуаныс ҡына килтерһен. Яҡты киләсәк, аҡ юл һиңә, уҡыусы!
Юлиә КИРӘЕВА.