+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
7 Октября 2022, 04:40

Ҡыҙҙар-йондоҙҙар

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының IV «А» синыфы уҡыусылары Мәҙинә Шакирова, Айһылыу Исмәғилева, Зарина Зарипова – Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиаданың республика этабында призёрҙар.

Мәҙинә – тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, Айһы­лыу – урыҫ теле, Зарина информатика һәм тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү буйынса еңеү яулаған. Тағы ла Мәҙинә – вокал буйынса «Башҡортостан таланттары» конкурсы лауреаты. Айһылыу синыфта иң күп китап уҡыусы булһа, Зарина – Башҡорт­останда балалар араһында иң мәргән йәйәнән уҡ атыусы. Ул ике йыл рәттән «Уғатар» традицион уҡтан атыу буйынса республика балалар фес­тиваленең еңеүсеһе булып килә.
Бына ошондай тырыш, өлгөлө уҡыусылар уҡый был белем усағында. Уҡытыусылары Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Сәфәрғолова үҙҙәрен дәртләндереп кенә тора, ярышҡа ла алып йөрөргә тырыша. Хатта ҡайһы ваҡыт юлға киткән сығымдарҙы ла үҙе ҡаплай.
Был ҡыҙҙар синыфтың ғына түгел, гимназияның ғорурлығы ла.

Зөһрә Хәкимова.
Ишембай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас