+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
13 Октябрь 2022, 09:21

Арина Мәскәүгә барасаҡ

Өфө районы Миловка мәктәбенең II синыфы уҡыусыһы Арина Балашованы Мәскәүгә бүләкләү тантанаһына саҡырғандар.

Ҡыҙ Бөтә Рәсәй "Йәш юл хәрәкәте инспекторы йондоҙо" конкурсында ҡатнашып, II урынға лайыҡ булған. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 2 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан ярышта "Үҙең менән таныштырыу" номинацияһында шундай юғары баһа алған ҡыҙ. Конкурсанттар 5 йүнәлештә төрлө заданиелар үтәгән. Улар барыһы ла, әлбиттә, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өндәүгә арналған.

Аринаның етәксеһе - Илһөйәр Рим ҡыҙы Хәлимова. Бүләкләү тантанаһына 19 октябрҙә Мәскәүгә барасаҡтар. Афариндан башҡа ни әйтәһең?! 

Фото: Яндекс.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас