

«Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» девизына тоғро буласаҡмын!Ант итәм!" Был һүҙҙәр Миңлеғәле Шайморатов исемен алған синыф уҡыусылары биргән антында яңғыраны. Бар шайморатовсылар исеменән антты биреүсе үҫмер – Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат- гимназияһының VII синыф уҡыусыһы Искәндәр Мөхәмәтйәнов. Бәләкәй сағынан "Тамыр" студияһында йырлаған егет уҡыуҙа ла алдынғы. Гел «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Башланғыс синыфты Өфөләге 136-сы башҡорт гимназияһында тамамлай. "Шаяниум" шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһе көйәрмәне лә үҙе. Искәндәр – ошо бәйгелә ҡатнашҡан үҙ командаһының лидеры ла. Афарин! Илһөйәр, телһөйәр, рухлы егеткә артабан да уңыштар теләйбеҙ.