

Быйыл конкурсҡа барлығы 218 ғариза ҡабул ителгән. 38 атай еңеүселәр исемлегенә ингән. Әйткәндәй, улар араһында иң йәштәренә 32 йәш булһа, иң өлкәненә - 86 йәш. Ул да булһа башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмаларының дуҫы Белорет районы Манышты ауылынан Нурулла ағай Миһранов! Уны ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Фото: bashinform.