+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
26 Октябрь 2022, 09:20

Афарин, башҡорт һылыуҡайы!

Төркиәнең Истанбул ҡалаһында уҙған "Евразия королеваһы-2022" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын Сибай ҡыҙы Илүзә Иҫәндәүләтова яҡланы. Мәртәбәле бәйгелә башҡорт һылыуҡайы Топ-5 исемлегенә инеп, "Winner of Earth” титулын яуланы һәм еңеүсе тажына, ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды.

Конкурста Евразияның төрлө илдәренән һәм төбәктәренән 28 бәйгесе ҡатнашҡан.

Әйткәндәй, Илүзәгә - 22 йәш. Сибай ҡалаһында тыуған ҡыҙ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Һылыуҡай «Мисс республика-2021» матурлыҡ конкурсы еңеүсеһе, «Мисс Өфө - 2020», 1-се вице «Мисс Азия-Север-2021», «Miss Continental Russia-2021» титулдарына эйә.

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас