

Ошо көндәрҙә бәйгенең еңеүселәре һәм призёрҙары Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының тамаша залында тәбрикләнде.
Беҙҙең Баймаҡ районы мәктәптәре уҡыусылары ла был бәйгелә ихлас ҡатнашты. "Беҙҙең өйҙөң йәме" номинацияһында Баймаҡтағы 4-се лицейҙың IX синыф уҡыусыһы Румия Тәхәүетдинова, X синыф уҡыусыһы Айсар Баймөхәмәтов (етәкселәре – Гөлгөнә Яҡшыбаева) һәм Түбә мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Сыңғыҙ Үтәбаев (етәксеһе – Дилә Исхаҡова) призёр булды.
Уҡыусыларыбыҙ менән был матур саранан илһам алып, ҡыуанышып ҡайттыҡ.
Дилә Исхаҡова,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.