

1 сентябрь байрамында матур итеп "Беҙ хәҙер уҡыусылар" йырын башҡарып, тамашасыларҙы ҡыуандырған. Шиғырҙарҙы ла тасуири итеп һөйләй ул. "Бейеү", "Нәфис һүҙ оҫтаһы" түңәрәгендә шөғөлләнә. Оҙаҡламай район мәҙәниәт һарайына вокалға ла йөрөй башлаясаҡ. Тырыш ҡыҙ – ғаиләлә иң кеселәре. Өлкән ағалары һеңлеләрен ҡурсалап ҡына тора. Әҙилә буш ваҡытында китаптар уҡырға, һүрәт төшөрөргә ярата.
Бына шундай шәп ҡыҙ үҫеп килә Талбазыла. Маладис!