

Солтанбәк ауылы «Айыҡ ауыл −2021» республика конкурсында «Ҙур ауылдар» номинацияһында икенсе урын яулап, 3,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Ошо ваҡыт арауығында был аҡсаға заманса тренажерҙары булған, резина япма йәйелгән баскетбол майҙансығын да үҙ эсенә алған, иң мөһиме — хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән ҙур спорт майҙансығы төҙөлдө.
Яңы объектты асыу уңайынан Солтанбәктә «Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух» тигән байрам гөрләп уҙҙы. Тантанала Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре — билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, йырсы Винарис Абдуллин, шулай уҡ Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина, Асҡын ауыл биләмәһе башлығы Ришат Лотфуллин кеүек мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Спорт майҙансығы, моғайын да, солтанбәктәрҙең яратҡан ял итеү урынына әүерелер.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com