+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
1 Декабрь 2022, 15:05

Ҡотлайбыҙ, Ләйсән Рәйес ҡыҙы!

Өфөләге 2-се "СМАРТ" республика күп профилле полилингваль гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Рәйес ҡыҙы Сәфиуллина Мәскәү ҡалаһында үткән туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә I урын яулаған.

– Ошо оло бәйгелә ҡатнашып, башҡорт теленең мәртәбәһен арттырыуға үҙ өлөшөмдө индереүем менән сикһеҙ бәхетлемен! Рәхмәт һиңә, туған телем! Рәхмәт һиңә, Башҡортостаным! – ти Ләйсән Рәйес ҡыҙы.

Афарин! Һеҙгә һаулыҡ һәм тағы ла юғары уңыштар теләйбеҙ!

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: