+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
1 Декабрь 2022, 12:50

Рамазан Биккинин Гран-при яуланы

"Спутник" радиостанцияһы 11-се тапҡыр "Өфө тулҡыны" конкурсын үткәрҙе. Гран-приҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан V синыф уҡыусыһы Рамазан Биккинин яуланы. 

Бығаса бәйге тарихында төп бүләкте балалар араһынан эләктереүселәр булмаған. Алтын скрипка асҡысы һәм 250 мең һум аҡса был юлы - Рамазандыҡы!

Был һәләтле малай былтыр "Тауыш.Балалар" проектының һайлап алыу турында ҡатнашып та баһалама ағзаларын йырҙы еренә еткереп башҡарыуы, үҙен сәхнәлә иркен тотоуы менән һоҡландырғайны. Әммә Рамазан конкурста ҡатнаша алманы, сөнки тыңлап ҡарауҙар ваҡытында уға сират етмәй ҡалды. Йырсы 2023 йылғы 10-сы шоуҙа ҡатнашырға тейеш. 

Рамазан сәнғәт мәктәбенең йыр һәм баян синыфтарында бәләкәйҙән шөғөлләнә. Төрлө концерттарҙа сығыш яһай. Инглиз телендә лә йырлай. Етәксеһе - Виктория Ариткулова. Әйткәндәй, Рамазан Биккинин «Маэстро Джаз» тигән XV  Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында һәм «Сулпылар» республика телевизион йыр бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булғайны. Яңыраҡ XII "Илһам" халыҡ-ара конкурсында ла шундай уңышҡа ирешкән.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: