+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
6 Декабрь 2022, 20:50

“Ауылдашыбыҙ менән ғорурланабыҙ”, – ти аҡъярҙар

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Хурамшиндар ғаиләһендә лә – ҡыуаныслы ваҡиға. Уларҙың Альфред улдары хәрби бурысын үтәп,  тыуған йортона  ҡайтҡан.

– Альфред  – бик маҡсатлы, тырыш егет. Уның юғары белем алып, үҙ теләге менән хәрби хеҙмәттә булып,  имен-һау йөрөп ҡайтыуы бик шатлыҡлы күренеш. Артабанғы хыялдарын да  тормошҡа ашырып, тыуған төйәгенең аҫыл улдарының береһе булып, лайыҡлы ғүмер итер, – ти  ауылдаштары.

Уңыштар һиңә, Альфред! Шулай уҡ улдарын көткән бар ата-әсәләргә лә ошондай шатлыҡ кисерергә яҙһын, Алла бирһә!

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: