+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
7 Декабрь 2022, 16:45

Уҡыусылар гәзит-бүләк алып ҡыуанды!

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы саралар гөрләп үтеп тә китте. Ошо сараға башланғыс синыф уҡыусылары тырышып "бишле"ләр йыйғайны.  

Уҡыусылар гәзит-бүләк алып ҡыуанды!
Уҡыусылар гәзит-бүләк алып ҡыуанды!

– Әле күптән түгел ошо уңған, тырыш уҡыусыларыбыҙ бүләкле булды. Бүләктең дә ниндәйе бит әле! "Йәншишмә" гәзитенә ярты йылға яҙылған квитанциялар! Ошондай ҙур бүләккә лайыҡ булған әүҙем уҡыусыларыбыҙ - Радмир Кинйәғолов, Йәсминә Итбаева, Эльвина Бикмаева, Рәсимә Фәйзуллина, Самира Уразбахтина. Уларға артабан да тырышып уҡырға, мәктәптең генә түгел, районыбыҙ,республикабыҙ ғорурлығы булырға яҙһын.

Балалар тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың киләсәген ҡайғыртыусы, илем, телем, тип янып йөрөүсе хаҡлы ялдағы Рәмил Миңлебай улы Рахманғоловҡа, директорыбыҙ Гөлнур Ҡотдус ҡыҙы Аҡһароваға, уҡытыусыбыҙ Рузалия Әхмәҙей ҡыҙы Айҙароваға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ, – ти башланғыс синыф уҡытыусыһы Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: