+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
9 Декабрь 2022, 13:00

"Марат менән ғорурланабыҙ", – ти ауылдаштары

Бөгөн Хәйбулла районының Үрнәк ауылында байрам! Әрменән хәрби бурысын үтәп, Марат Юламанов  ҡайтып төшкән бит.

Ҡалай һомғолланып, ир ҡорона инеп киткән үҙе! Уны ауылдаштары шатланып, гармун уйнап ҡаршы алған.

– Афарин яҡташтарыбыҙға! Егеттәребеҙ имен йөрөһөн, ғәзиз балаһын оҙатҡан һәр ата-әсәгә ошолай бәхетле осрашыу минуттарын кисереп ҡыуанырға яҙһын! – ти үрнәктәр.

Шулай була күрһен инде, Алла бирһә!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

"Марат менән ғорурланабыҙ", – ти ауылдаштары
"Марат менән ғорурланабыҙ", – ти ауылдаштары
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: