+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
13 Декабрь 2022, 10:46

Ҡурай синыфтары асылды

Ҡурай борон-борондан башҡорт халҡының тоғро юлдашы, моңдашы булған. Йыйындарҙа ла, яуҙа ла ҡурай уны оҙатып йөрөгән.

Башҡорт батыры уға ҡушылып йырлаған, моңланған, уйланған. Ҡурай менән тыуған ерен данлаған. Беҙҙең Башҡортостан Республикаһында һәр бер музыка мәктәбендә ҡурай синыфы эшләргә тейештер, тим.
Мин – юғары категориялы уҡытыусы. Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтының халыҡ музыка ҡоралдары уҡытыусыһы бүлеген тамамланым. Быйылдан Чесноковка ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй башланым. Был филиал 2021 йылдың 29 декабрендә асылған. Фортепиано, скрипка, баян, думбыра, гитара, һынлы сәнғәт, хореография буйынса белем алырға мөмкин.

Мин  һеҙгә бик шатлыҡлы хәбәрҙе еткерергә ашығам: Чесноковка балалар сәнғәт мәктәбендә, Зубов музыка мәктәбендә һәм “Белем” мәғәриф үҙәгендә ҡурай кластары асылды. Чесноковка балалар сәнғәт мәктәбенең директоры Рәсимә Рәдис ҡыҙы Федороваға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ул минең изге ниәтемде аңлап, бөтә көсөн һалып, ярҙам ҡулын һуҙҙы һәм дөйөм тырышлыҡ менән ҡурай синыфын астыҡ. Әлеге ваҡытта ҡурай дәресенә 11 бала йөрөй: 3 ҡыҙ бала, 8 малай. Киләсәктә улар күбәйер, тип уйлайым. Бәләкәй ҡурайсыларым дәрескә ҡыҙыҡһынып йөрөй. Матур ғына итеп һыҙғыртырға ла өйрәнә башланылар. Ата-әсәләре балаларға ҡурай буләк итте. Уҡыусыларҙың һөйөнөстәренең иге-сиге булманы.

Бала саҡтан ҡурай тауышына ғашиҡ булдым. Ҡурай моңон тыңлаһам йәки үҙем ҡурайҙа уйнаһам, күңелем күтәрелеп китә, тормошҡа, уҡыуға булған ҡыҙыҡһыныуым да көсәйә. Ошо хистәрҙе кисерергә мин дәрескә йөрөгән балаларҙы ла өйрәтәм. Уҡыусыларымдың киләсәктә ниндәй һөнәр һайлауҙарына ҡарамаҫтан, ҡурай уйнауҙарын дауам итәсәктәренә ышанам.



Вәсил ТЕМИРОВ, Чесноковка балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы.

 Өфө районы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: