+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
14 Декабрь 2022, 11:58

Башҡорт теле уҡытыусыларына - Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай наградалары

Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв мәктәп һәм колледждарҙың башҡорт теле уҡытыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре менән осрашты. 

Башҡорт теле уҡытыусыларына - Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай наградалары
Башҡорт теле уҡытыусыларына - Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай наградалары

Улар - конкурстар еңеүселәре, дәреслек, проекттар авторҙары. Константин Толкачёв телгә ҡағылышлы республика ҡануниәте тураһында һөйләне. Туған тел һағында тороусы педагогтарҙы байрам менән ҡотлап, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Кемдәр был бүләккә лайыҡ булды, тиһегеҙме? Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Римма Тимербулатова, Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан Фәйрүзә Үтәбаева, 21-се лицейҙан Ләлә Сафина, 2-се "СМАРТ" республика күп профилле полилингваль  гимназияһынан Мөнир Ҡарабаев, Баймаҡтағы 4-се лицейҙан Айгөл Сирбаева, Дүртөйләләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһынан Руфина Камалова, Башҡорт иретеп йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт етештереүе колледжы уҡытыусыһы Заһиҙә Рәхмәтуллина, Стәрлетамаҡ күп йүнәлешле профессиональ колледжы уҡытыусыһы Светлана Тимерғәлиева, шулай уҡ Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 3-сө "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Баймырҙина, Өфө районы Шамонин ауылындағы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Сыңғыҙовалар Ҡотлайбыҙ! 

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:
Читайте нас: