+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
14 Декабрь 2022, 14:00

Ҡотлайбыҙ, Зарина!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тыуған көнөндә Өфө ҡалаһының 102- се башҡорт гимназияһында III төбәк-ара әҙәби- ижади «Бикбай уҡыуҙары»ның йомғаҡлау тантанаһы уҙғайны. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған был сарала 800-гә яҡын уҡыусы ҡатнашҡан.

Шуларҙың береһе – Туймазы районы Иҫке Туймазы мәктәбенең II  синыф уҡыусыһы Зарина Петрова. Ул Рауил Бикбаевтың "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” шиғыры буйынса һүрәт төшөрөп, I урын яулаған. Етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Лира Хәләф ҡыҙы Ғиниәтуллина.

Афарин, Зарина! Алда гел шулай еңеүҙәр көтөп кенә торһон, һиңә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: