Күмәкләшеп әҙерләнгәс, бик күңелле булды. Ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Берҙәмлектә – көс, тигәндәй, байрам бик шәп килеп сыҡты. Беренселәремде ысын гимназистар булыуы менән ихлас ҡотлайым. "Гимназист" исеменә тап төшөрмәй тырышып уҡырҙар, бар ергә лә өлгөр булырҙар, тип ышанғы килә. Ата-әсәйҙәргә лә ҙур рәхмәт! Һәр саҡ шулай балаларын ҡайғыртып, ҡурсалап, яҡшылыҡҡа өйрәтеп, тырыш, белемле, аҡыллы итеп тәрбиәләргә һәм һау-сәләмәтлектә уҡытырға яҙһын.
Розалиә Йәлилова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.