+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
18 Декабрь 2022, 21:30

Афарин, егеттәр!

Баймаҡ районында милли көрәш буйынса үҫмерҙәр араһында Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Ауырғазы районы йыйылма командаһында гимназиябыҙҙың егеттәре лә уңышлы сығыш яһап, белем усағыбыҙҙың данын күтәрҙе.

Ярышта чемпион исеменә ағалы-ҡустылы Искәндәр менән Нурислам Һатлыҡовтар, Эльвир Иҙрисов, Рәмис Шәмсетдинов (Түрһәгәҙе мәктәбе) лайыҡ булды.

II урынды Рауил Тимербулатов (Талбазы башҡорт гимназияһы) менән Вилдан Иҙрисов (Түрһәгәҙе мәктәбе) яулаһа,   III урынды Алмаз Рәхмәтуллин (Төрөмбәт мәктәбе) алды.

Тренерҙары Булат Мирғәли улы Ильясов һәм физкультура уҡытыусыһы Урал Нил улы Йәлиловҡа артабан да шундай батыр егеттәр тәрбиәләүҙә уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.

 

 

Розалиә Йәлилова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

    Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: