+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
19 Декабрь 2022, 16:59

Рәми Ғариповтың сайты булдырылған

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата уның ижади мираҫы тупланасаҡ сайт булдырылған:  https://ramigaripov.ru/ 

Был турала "Минең Рәми-90" төбәк-ара шиғриәт бәйгеһенең финалы барышында хәбәр иткәйнеләр. 

Сайттың баш мөхәррире - филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова. Был һанлы ресурсҡа инеп  (https://ramigaripov.ru/) , материалдар менән танышырға мөмкин, мәғлүмәттәр йыйыу артабан да дауам ителәсәк, сайт тулыланасаҡ. Бығаса баҫылмаған тәржемәләре лә донъя күрәсәк. Рәми ижадын яратыусылар өсөн дә, әҙәбиәтселәр, уҡыусылар, студенттар һәм башҡалар өсөн дә шәп сығанаҡ буласаҡ. Халыҡ шағиры ижадының интернет киңлектәрендә мәңгеләштерелеүенә бик шатбыҙ.

Фото  https://ramigaripov.ru/ сайтынан.  

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: