+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
20 Декабрь 2022, 16:35

Афарин, хәйбуллалар!

Хәйбулла уҡыусылары – «Беҙ – Тыуған илдең ғорурлығы» Бөтә Рәсәй форумы дипломанттары! Аҡъярҙағы 1-се һәм 2-се мәктәп уҡыусылары был йыйындың XVIII йомғаҡлау этабында әүҙем ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләр күрһәткән.

Аҡъяр  мәктәптәре уҡыусылары проекттарын яҡлау өсөн ситтән тороп ҡатнашыу этабында еңеү яулағас, Мәскәүгә саҡырылған. Ундағы сығыш йомғаҡтары буйынса: Тимур Ҡоҙабаев һәм Самат Акилов – көмөш дипломант, ә Даниэль Бохарбаев – III дәрәжә дипломанты. Әйткәндәй, уларҙың ғилми етәкселәре  – Л. Ю. Мөлкәмәнова, Р. З. Акилов һәм Г. А. Исҡужина.

Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ, артабан да еңеүҙәр килеп торһон.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: