+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
21 Декабрь 2022, 15:15

Арыҫланға – фатир асҡысы!

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Арыҫлан Мортазинға фатир асҡысы тапшырған.

Арыҫланға – фатир асҡысы!
Арыҫланға – фатир асҡысы!

Яңы йыл алдынан ҙур бүләк булған инде. 34,9 квадрат метр майҙанды биләгән Аҡъяр ауылындағы яңы фатирҙа бөтә кәрәкле нәмә – газ, һыу, электр уты үткәрелгән.

 Арыҫлан  Мортазиндың ғаиләһе бар. Кәләше менән  менән ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Әйткәндәй, быйыл районда 12  етемгә торлаҡ алыуға аҡса бүленгән. Арыҫлан – уларҙың 11-сеһе.

 

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: