+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
23 Декабря 2022, 06:10

Розалинаға байрам ныҡ оҡшаған

 Кисә Өфөнөң "Башҡортостан" концерт залында  Яңы йыл шыршы байрамы үтте.

Розалинаға байрам ныҡ оҡшағанРозалинаға байрам ныҡ оҡшаған
Розалинаға байрам ныҡ оҡшаған

Республиканың төрлө райондарынан олимпиада еңеүселәре, уҡыу һәм спорт алдынғылары өсөн ойошторолған байрамда  Ауырғазы районы Талбазы лицейының XI синыф уҡыусыһы Розалина Ғиләжетдиноваға ла булыу бәхете тейҙе. Ул да Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары һәм балалар менән шыршы тирәләй бейеп, йырлап күңел асты.

– Тамаша залында "Яңы йыл" мажараһы бик матур булды. Барыбыҙға ла ныҡ оҡшаны. Һәр беребеҙ Яңы йыл күстәнәсе һәм бүләктәр алып ҡыуандыҡ. Был сара күңелдәрҙә  оҙаҡ онотолмай, йылы  хәтирәләр булып торор әле, – ти Розалина.

Розалинаға байрам ныҡ оҡшаған
Розалинаға байрам ныҡ оҡшаған
Розалинаға байрам ныҡ оҡшаған
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас