+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
30 Декабрь 2022, 14:20

Асҡар Абдразаҡов бәләкәй ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырған

Бәләкәй Ева Байғазина балетҡа барырға хыяллана, әммә тыуған Нефтекама ҡалаһында ундай мөмкинлек юҡ. «Ижади теләктәр шыршыһы» акцияһы тураһында ишетеп, 5 йәшлек ҡыҙҙың әсәһе уға Ҡыш бабайға хат яҙырға ярҙам итә.

Асҡар Абдразаҡов бәләкәй ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырған
Асҡар Абдразаҡов бәләкәй ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырған

-Асҡар ағай, әсәйем менән «Щелкунчик» балетына барырға теләйбеҙ. Зинһар, хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ, -тигән хатты күптән түгел Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов алған.

28 декабрҙә бәләкәй Ева атаһы менән бергә Өфөгә билдәле Чайковский балетына килә һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов ҡулынан спектаклгә саҡырыу билеты ғына түгел, ә бүләккә йомшаҡ уйынсыҡ, ҡурсаҡ һәм тәм-том да алған.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: