

Был маҡтаулы исем алыусыларҙы ихлас ҡотлап, алдағы йылда ла «Йәншишмә»не матур-матур хәбәрҙәре менән ҡыуандырып тороуҙарын теләгән.
Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә танышығыҙ беҙҙең яңы йәш хәбәрселәр менән. Бына улар:
Лиана ЙӘЛИЛОВА, IX cиныф уҡыусыһы, Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы.
Ильяс МӨХӘМӘҘЙӘРОВ, IV синыф уҡыусыһы, Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы.
Альбина ФӘХРИСЛАМОВА, IX синыф уҡыусыһы, Сибайҙағы интернат-гимназия.
Элина ХӘЙБУЛЛИНА, VII синыф уҡыусыһы, Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.
Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА, IX синыф уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт-интернат гимназияһы.