+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Иҫтәлекле көнөм

Бер көндө синыфыбыҙға директор урынбаҫары Лүзә Хәбир ҡыҙы Шөғәйепова менән «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет ағай Юнысов килеп инде. Мине күрер һәм бүләк тапшырыр өсөн.

– Ләйлә беҙҙең гәзит менән Әбйәлилдә уҡыған сағынан дуҫ. Ул редакция үткәргән бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашты. Еңеп сыҡҡаны ла бар. Мәҡәләләре гәзит биттәрендә баҫылып торҙо. Гимназияға уҡырға килгәс тә редакция менән бәйләнеште өҙмәне. Бына бөгөн уға «Йәш хәбәрсе» танытмаһы һәм Маҡтау ҡағыҙы тапшырырға килдек, – тине Мирсәйет ағай.
Синыф бүлмәһе алҡыштарға күмелде. Был мәлдә минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Ҡыуанысымдың сиге юҡ ине!
Мин – хәҙер «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе. Тиҫтерҙәремде лә гәзиткә яҙылырға, уның менән дуҫ булырға саҡырам. Беҙҙең өсөн ижад майҙаны бит был баҫма. Редакция үткәргән бәйгеләрҙә ҡатнашып, әүҙем яҙышып торһағыҙ, минең кеүек «Йәш хәбәрсе» исемен дә алырға була.

Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас