+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Хыялым тормошҡа ашты

Минең дә хыялдарым бик күп. Яңыраҡ берәүһе тормошҡа ашты! Диңгеҙ ярында урынлашҡан «Орлёнок»та ял итеп ҡайттым! Был минең өсөн оло ҡыуаныс булды.

Бөтә Рәсәй «Орлёнок» балалар үҙәгендә 10 лагерь бар, һәр береһе үҙенсәлекле, төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй. Мәҫәлән, «Дозорный»ҙа балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләйҙәр, ә «Олимпийский» спорт йүнәлеше буйынса икән. Мин иһә «Штормовой» лагерына эләктем, беҙ диңгеҙселәр булып ял иттек.
Бында бер минутыбыҙ ҙа буш­ҡа үтмәне, һәр көн ниндәй­ҙер темаға бағышланды. Ярат­ҡан әйҙәүселәребеҙ төрлө уйындар, мауыҡтырғыс саралар, конкурстар ойоштороп ҡына торҙо. Мин дә әүҙемлек күрһәтергә тырыштым, спорт һәм мәҙәниәт сәхнәһендә йыр менән сығыш яһаным. Тамашасылар миңә ҡушылып йырланы, аҙаҡ үҙемде көслө ал­ҡыштарға күмделәр.
Һәр бер сара алдынан һайлап алыу үткәрҙеләр. Кемдер алып барыусы булырға теләне, кемдер йыр-бейеүҙе һайланы. Мин иһә үҙемде яңы йүнәлештә, барабансы ролендә, һынап ҡараным. Уңышлы килеп сыҡты! Шатлығымдың сиге булманы. Тантаналы линейкаларҙы асыу мәлендә, мөһим сараларҙа, спорт байрамында барабанда уйнарға тура килде. Барабансы булыу шул тиклем оҡшаны.
Смена барышында беҙгә төрлө курстар тәҡдим ителде. «Глобаль проблемалар» тип аталғанында экология мәсьәләләрен тикшереп, ғәйәт ҙур проблемаларҙың барлығын, уларҙың төрҙәрен белергә була ине.
«Туристик-тыуған яҡты өйрәнеү курсы»нда усаҡ яғырға, палаткалар йыйырға, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәттеләр. Шулай уҡ төрлө халыҡ мәҙәниәте менән дә таныштыр­ҙылар.
Барлығы алты курс ойошторолғайны. Мин блогерлыҡ менән шөғөлләнеп, төрлө видеолар, фотолар төшөрөргә ярат­ҡас, «Балалар инновацион-патриотик журналистика медиалабораторияһы» курсына яҙылдым. Бында беҙгә социаль селтәрҙәр өсөн постар яҙырға, кәрәкле ракурстарҙан матур фотолар һәм видеолар төшөрөргә өйрәттеләр. Ҙур тәжрибә туп­лап, үҙем өсөн күп нәмә белеп ҡалдым.
Бассейнға ла йөрөнөк, спорт сәғәтендә теннис уйнаныҡ, ҡаяға үрмәләү буйынса дәрестәр алдыҡ. Театр, актёрлыҡ оҫталығы, музыка, бейеү сәғәттәре лә оҡшаны, мәҙәни-һауыҡтырыу комплекстарында булдыҡ, төрлө осрашыуҙарға ла барҙыҡ. Һуңғы көндәрҙә иң сағыу саралар үтте.
Гала-концерт та матур булды. Мин «Бремен музыканттары» спектаклендә Әтәс ролен баш­ҡарҙым. Ҡыҫҡаһы, һәр көнөбөҙҙө күңелле һәм файҙалы уҙғарҙыҡ.
«Орлёнок»тың үҙ мәктәбе лә бар. Көн дә биш дәрес уҡыныҡ, баһалар алып ҡыуандыҡ.
Смена аҙағына лагерь беҙҙең өсөн «Пётр ассамблеялары» тигән матур һәм тылсымлы бал үткәрҙе. Унда «Вальс», «Кадриль», «Казачок» кеүек бейеү­ҙәр­ҙе башҡарҙыҡ.
Бөтә Рәсәй «Орлёнок» балалар үҙәге беҙгә «Орлёнок илсеһе» тигән тамға ла тапшырҙы. Был исемде ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтәсәкмен.
Ҡара диңгеҙҙе күреп, бик күп яңы дуҫтар табып, тәжрибә туп­лап, үҙемдә яңы таланттар асып, ҡанатланып, илһамланып ҡайттым «Орлёнок»тан. Мөғжизәгә тиң ялым күңелемдә матур бер иҫтәлек булып, оҙаҡ һаҡланыр.

Сәлим ҒӨБӘЙҘУЛЛИН.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Хыялым тормошҡа ашты
Хыялым тормошҡа ашты
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас