Ысынлап та, Урал батырҙай шәп егет булып сыҡты Рамаҙан. Әлшәй районы Раевка ауылындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының VI шайморатовсылар синыфында уҡый ул. Бар яҡтан да килгән тырыш, уңған, әүҙем Рамаҙан яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Алты йәшенән вокал менән мауыға, атаһы етәкләгән ҡурайсылар ансамбленең солисы. Оҫта бейеүсе лә үҙе. Лицейҙарында эшләп килгән театр түңәрәгенә лә йөрөй, КВН-да ла уйнай, шиғыр һөйләү оҫтаһы ла. Ҡыҫҡаһы, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тигән әйтем тап уға ҡарата әйтелгән һымаҡ.
Район, республика, төбәк-ара конкурстарҙа йыш ҡатнаша, еңеүҙәр яулап алған диплом, Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-һаны юҡ. Былтыр иһә исемен «Башҡортостан Республикаһы балаларының ҡаҙаныштары энциклопедияһы» тигән Рәсәй коллекцияһы китабына ла индергәндәр. Тырыш булғас, ана бит, беҙҙең гәзит ойошторған бәйгелә лә еңеп сыҡты!
– Быға ныҡ ҡыуандым. Минең өсөн тауыш биргән яҡындарыма, бүләк өсөн «Йәншишмә»гә ҙур рәхмәт! Гәзит шул тиклем оҡшай, һәр һанын көтөп алам. «Яҙыл да бүләк от» уйынында ла ҡатнашмай ҡалғаным юҡ. Төп приз велосипедты отоу – иң ҙур хыялдарымдың береһе. Бәлки, берәй ваҡыт бәхет миңә лә йылмайыр әле, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рамаҙан. Был теләгең дә тормошҡа ашыр, Алла бирһә! Уңғандарға уңыш юлдаш ул.
Дуҫтар, һеҙ ҙә «Йәншишмә»нән айырылмағыҙ. Гәзит үткәргән конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ!
Юлиә КИРӘЕВА,
Әлшәй районы.