Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы күптән түгел оло юбилейын – 80 йәшен билдәләне. Халҡыбыҙ араһында уның абруйы, дәрәжәһе бик юғары, уның башланғысы менән мәктәптә балалар “Тормош һабаҡтары” дәресен уҡыны, башҡорт балаларына милли тәрбиә нигеҙҙәрен, милли рух һалған “Йәйләү” йәйге ял итеү үҙәге эшләй башланы һәм уңышлы дауам итә. Республикабыҙҙа ҙур дәрт менән ҡабул ителеп, дәррәү күтәреп алынған “Шәжәрә байрамы”, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе”, “Өләсәйҙәр мәктәбе” проекттарының авторы ла – Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Уның үҫеп килгән быуынға әхлаҡи, рухи тәрбиә биреүгә, илһөйәрлек тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һалыуға арналған, халыҡ педагогикаһына таянып яҙылған хеҙмәттәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм уята, оло ихтыяж менән файҙалана. Затлы шәхесебеҙҙең һәр мәсьәләгә үҙ фекере, ҡарашы бар. Һәр әйткәне – алтынға бәрәбәр аҡыл, тәжрибә үрнәге.
Ил инәһен беҙ ҙә ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер,именлек, күңел тыныслығы, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ: bashgazet.ru
Фото: userapi.com