Донъя халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, йәш быуында башҡорт халҡынының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған сара республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән йәш әкиәтселәрҙе йыйҙы.
Алтынай «Мультипликация һәм анимация фильмы» номинацияhында мәктәп уҡыусылары араhында 1-се урын яулаhа, Алмаз ҡатнашыусылар араhында иң бәләкәсе булыуына ҡарамаҫтан, мәктәпкәсә йәштәге балалар араhында шулай уҡ 1-се урынға лайыҡ булды. Балаларҙы hәр яҡтан ҡеүәтләп торған уҡытыусыбыҙ Динара Рәжәп ҡыҙына hәм тәрбиәсебеҙ Айhылыу Данил ҡыҙына ҙур рәхмәт.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы сағыу, илһамлы һәм рухлы барҙы: һәммәбеҙҙең күңелендә дәрт, онотолмаҫ сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Балаларҙы рухи яҡтан үҫтереүсе күркәм сараны ойошторған барыһына ҙур рәхмәт!
Алина ХӘЛИЛОВА.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com