+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иң-иңдәрҙе ҡотланыҡ

Бөрйән районының Байназар мәктәбендә йыл буйына тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшеүсе алдынғы уҡыусыларҙың слёты үтте.

Тантанала данлыҡлы Байназар мәктәбе һәм уның Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым, Һарғая, Ҡурғашлы филиалдарының бөркөттәй аҫыл улдары, еләктәй матур ҡыҙҙары – киләсәктә ил хәстәрлеген үҙ иңенә һа­лырҙай 53 иң белемле уҡыу­сылар, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылары, синыф етәкселәре, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Һәр баланың күңелендә сағыу, матур хәтирәләр ҡалдырыр мәртәбәле сараны Байназар мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, «Алдын­ғылар слёты» мөһим проектының авторы Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев асып ебәрҙе. Артабан сәхнә түренә мәктәптең «Любизар» хәрби-патриотик клубында шөғөлләнеүсе уҡыу­сыларыбыҙ саҡырылды. Уларберҙәм сафҡа теҙелеп, дәүләт флагтарын индергәндән һуң барлыҡ ҡатнашыусылар аяғү­рә баҫып, Рәсәй Федерация­һының, Башҡорт­остан Республикаһының гимн­дарын тыңланы.
Йәмил Ишбулды улы ғаиләләрендә ике отличник уҡыусы тәрбиәләп үҫтереүсе ғаиләләр­ҙе тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм уҡыусыларға махсус бүләк, Маҡтау ҡағыҙы, ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Мәктәптең башлан­ғыс синыфта белем алған кескәйҙәрен Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева ҡотлап, уларҙы, ата-әсәләрҙе Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Байназар ауылы хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатовтың ҡатнашыуы был сараға мәртәбә өҫтәне. Ул балаларҙы һәр ваҡыт тырыш булыр­ға, туған мәктәбен, тыуған төбәген данлап йәшәргә саҡырҙы һәм уртансы синыф уҡыусыларын, уларҙың ата-әсәләрен тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы.
Һәр мәктәп үҙенең элекке уҡыусылары менән данлы, тиҙәр. Эйе, был бик тә хаҡ һүҙҙәр. Иң алдынғы уҡыусылар слётына ҡотларға килгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, мәктәбебеҙҙең элекке сығарылыш уҡыусыһы, белем усағыбыҙҙың ғорурлығы булған Артур Азамат улы Ғәлингә мәктәп етәксеһе Йәмил Ишбулды улы мәктәп менән тығыҙ бәйләнеше, даими хәстәрлеге өсөн Рәхмәт хаты тапшырғандан һуң өлкән синыфтарҙың алдынғыларын, ата-әсәләрен тәбрикләү тап ихтирамлы ҡунағыбыҙҙың үҙенә йөкмәтелде.
Ә ата-әсәләр исеменән Фирүзә Фәрит ҡыҙы Кинйәбулатова сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн мәктәп директорына, педагогик коллективҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткер­ҙе, слётта ҡатнашыусы уҡыусыларҙы ихлас ҡотлап, артабан да ныҡышмал, эшһөйәр, алдын­ғы булырға өндәне, бөтә уңыштарҙың да нигеҙе тырышлыҡта икәнлеген белдерҙе.
Байрамда иң-иңдәрҙе ҡотлау сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бейеү сер­ҙәренә һөйөү хисе уятыусы, хореограф Зилә Йәнғәле ҡыҙы Исмаҡова етәкселегендәге бейеүселәр ансамбле сығыштары бөтәбеҙҙе лә һоҡландырҙы. Оҫтарып алған йырсы ҡыҙҙарҙың, малайҙарҙың моңло тауыштары ла күңелдәргә үтеп инде. Һәр сы­ғышты слётта ҡатнашыусылар яратып ҡараны.
Белеме бар меңде йығыр, тиҙәр. Тормошҡа етди ҡараған, төплө белемгә эйә булырға ынтылған уҡыусыларыбыҙҙың күплеге барыбыҙҙы ла ҡыуандыр­ҙы. Уларҙы яңынан-яңы ҡаҙаныштарға илтеүсе остаздарға ауыр, ләкин маҡтаулы эштәрендә уңыштар теләге килә.
Алдынғы уҡыусыларҙың ата-әсәләре мәғариф системаһын үҫтереүгә, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға, һәләтле балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүлгәне өсөн республика Хөкүмәтенә, район хакимиәтенә, район мәғариф идаралығына, Байназар мәктәбе етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, ҡыуанышып таралышты.
Был сағыу байрам уҡыусылар күңелендә мәңге онотолмаҫ, киләсәктә ҡыйыу аҙымдар яһар­ға, оло ҡаҙаныштар яулауға этәргес булыр, тигән теләктә ҡалабыҙ. Әле мәктәптең йөҙөк ҡашы булған уҡыусылар киләсәктә халҡыбыҙҙың ғорурлығына әүерелеп, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫыр, ил-йортобоҙҙоң ҙур биҙәге, илһөйәрҙәр булыр­ҙарына ышаныс ҙур.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА, уҡытыусы.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.

Иң-иңдәрҙе ҡотланыҡ
Иң-иңдәрҙе ҡотланыҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: