+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Медиайыйында – журналистарға наградалар

Бөгөн, 6 июндә, Өфөлә киң мәғлүмәт сараларының «Медиайыйын-2023» форумында  республика медиаберләшмәһенең 600-гә яҡын вәкиле, шулай уҡ федераль ҡунаҡтар — Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев, Russia Today каналының баш мөхәррир урынбаҫары Анна Белкина һәм башҡалар ҡатнаша.

Медиайыйында – журналистарға наградалар
Медиайыйында – журналистарға наградалар

Форумдың тантаналы өлөшөндә республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистарына лайыҡлы наградалар тапшырылды. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев республиканың Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовты Рәсәй Прездентының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Башҡортостан Башлығы указы менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡоловаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде, тип хәбәр итә ваҡиға урынынан «Башинформ» хәбәрсеһе.

Республика Башлығының рәхмәт хаты менән билдәләнде: Валерий Ғәббәсов  –  «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы режиссер-монтажлаусыһы, Лилиә Ҡорбанова — «Башҡортостан»— «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы хәбәрсеһе, Артур Шәмсетдинов — «Башҡортостан»телерадиотапшырыуҙар компанияһы комментаторы.

Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев та республика киң мәғлүмәт саралары журналистарының юғары кимәлен билдәләне. Ул Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизовҡа Рәсәй Журналистар союзының «Профессиональ берләшмә алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» тигән почет билдәһен тапшырҙы.

Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовҡа Рәсәй Журналистар союзының почет билдәһе тапшырылды.

Юғары профессиональ ҡаҙаныштары, республика журналистикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан журналистар Рәсәй журналистар союзының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде.

Сығанаҡ һәм фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: